Журфест - 2022

Журфест - 2022

Ҡариҙел районында журналистар йыйылды. Федераль, республика киң мәғлүмәт саралары, район баҫмалары, телевидение, радио, интернет-берләшмәләр – барлығы 500-ҙән ашыу ҡәләм оҫтаһы “Журфест”а осрашты. Медиафестивалдә Рәсәй-Башҡортостан телеканалы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Журналистар фестивалендә милли ихаталарҙа район-ара ижади берекмәләр үҙ яҡтарына хас булған йолаларҙы, шөғөлдәрҙе сағылдырҙы һәм район, ҡала баҫмалары менән таныштырҙы.

Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары 6 телдә баҫтырыла. Уларҙың һәр береһе мәҙәни мираҫты һәм халыҡтарҙың дуҫлығын һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Фестивалдә ҡатнашыусылар башҡорт, рус, татар, сыуаш, марий милли ихаталары менән танышты.

Медиафестиваль сиктәрендә “”Аҡбуҙат” балалар журналының рус телендәге сығарылышының исем туйы ла үтте. Унда Донбасста йәшәгән балаларҙың мәҡәләләре, шиғырҙары, һүрәттәре тупланған. Шулай уҡ Рәсәй, Башҡортостан хаҡында ла мәғлүмәт бирелә, башҡорт теленең һүҙлеге лә урын алған. Күләме буйынса ике тапҡыр ҙурыраҡ, 32 бит тәшкил итә. 1 мең тиражлы журнал Донецк халыҡ республикаһында йәшәгән балаларға тәғәйенләнгән.

Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев алдынғы журналистарҙың бер төркөмөнә наградалар тапшырҙы. Төбәк хәбәрселәрен Рәсәй журналистары берлеге ағзаһы Роман Серебряный почет грамоталары менән бүләкләне. Вәдүт Исхаков Башҡортостан журналистары берлегенең яңы ағзаларына танытма бирҙе.

Республика фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн билдәле Рәсәй журналистары һәм федераль кимәлдәге медиаэксперттар оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡтар, киң мәғлүмәт саралары баҫмаларында патриотизм, хәрби зоналарҙа журналист эше – ошо темалар сағыу яҡтыртылды һәм экспеттар журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

“Журфест – 2022” Башҡортостан журналистары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны. Фестивалдә ҡатнашыусылар шулай уҡ спорт ярыштары, милли уйындарҙа үҙ көсөн һынап, күңел асты.

Башҡорт милли баш кейемен кейеп, үҙеңде ысын башҡорт итеп тойоп, һәр теләгән кеше яндан уҡ менән атты. үҙенең оҫталығын һәм таһыллығын һынап ҡараны.

Журналист һәр яҡлап та камил. Спортта ла әүҙем, йыр-моңға ла маһир. Павлов һыуһаҡлағасы янында Ҡариҙел районының күркәм тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сара һәр кемде һоҡландырҙы һәм илһамландырҙы