Өфөлә Донбаста медицина хеҙмәте күрһәткән табиптар һәм ирекмәндәрҙең сираттағы төркөмөн хөрмәтләү тантанаһы үтте. Дәүләт наградаларын Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Тантанаға саҡырылған табип бригадаларының береһе Донецк халыҡ республикаһының Красный Лиман, икенсеһе — Луганск республикаһының Красный Луч ҡалаларында эшләгән.
Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттарына 26 табип һәм ирекмән лайыҡ. Донбасҡа хәйриә ярҙамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ирекмәндәрҙе “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһе бүләкләне. Башҡортостан туғандаш Донбасс халҡына медицина ярҙамын ойошторған берҙән-бер төбәк. Табиптар был йөкләмәне бар яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ менән үтәүен билдәләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, беренсенән, рәхмәтле халыҡтың мөнәсәбәте һөйөндөрһә, икенсенән, ғәҙәттән тыш шарттарҙа хеҙмәттәштәрҙең берҙәмлеге менән ярҙамсыллығы хәтергә уйылып ҡалды, тиҙәр. Республика кардиология диспансерының табип–кардиологы Әлфиә Хужина Красный Луч ҡалаһында майҙан июль айына тиклем эшләгән. Унда медицина хеҙмәтләндереүе тик түләүле, ә халыҡтың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшаған, тигән һығымтаға килгән.