Быйыл Башҡортостанда муниципаль юлдарҙы төҙөкләндереүгә 270 миллион һум аҡса бүленгән

Быйыл Башҡортостанда муниципаль юлдарҙы төҙөкләндереүгә 270 миллион һум аҡса бүленгән

За кадром. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Әле Нуриман, Сәтрлетамаҡ, Илеш, Дүртөйлө, Благовещен, Борай һәм Стәрлебаш райондарында эштәр башланған да инде. Республика Башлығы билдәләүенсә, һуңғы 4 йыл эсендә генә 2 мең километр юлға ҡырсынташ түшәлгән. Был эштәр пландан тыш башҡарыла, ә капиталь ремонт һәм асфальтлау графикка ярашлы эшләнә, тиелә Рәдий Хәбиров яҙмаһында.