Өфөнән Нуғай, Аҡбирҙе яғына күпер төҙөлөшө графикка ярашлы бара

Өфөнән Нуғай, Аҡбирҙе яғына күпер төҙөлөшө графикка ярашлы бара

Өфө эргәһендәге Зинино ауылы янында юл-транспорт сиселеше төҙөлөшө дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, объект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Әлеге ваҡытта 30-сы Күпер төҙөү отряды эшселәре юл үткәргестең балкаларын ҡуйыу менән мәшғүл. Төҙөлөш барышы менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова танышып ҡайтты.

Төҙөлөш-монтаж эштәре бында үткән йылдың июнь айында башланғайны. 30-сы Күпер төҙөү отряды филиалы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бер йыл эсендә проекттың иң ҡатмарлы өлөшө башҡарылған. Дөйөм төҙөлөштөң 40 проценты үтәлгән. Әлеге ваҡытта күпергә аша балкалар һалына.

Балкалар махсус рәүештә Благовещен тимер-бетон заводында етештерелә. Уны беркетеүгә тиҫтәгә яҡын эшсе һәм заманса техника йәлеп ителә. Башҡаса мөмкин дә түгел. Ҡоролма ҙурлығы менән хайран ҡалдыра. Күпер аша 60 тонналыҡ балкаларҙы һалыу - үтә лә яуаплы эш.

Ҡалған 46 балканы йыл аҙағына тиклем монтажлап ҡуйыу планы ҡуйылған. Күперҙең тимер юл аша үткән өлөшөн төҙөү Рәсәй тимер юлдары хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында башҡарыласаҡ.

Әле тимер юл аша тәүлегенә уртаса 25 меңдән ашыу транспорт сараһы үтә. Автомобилистар 30-50 минут, ҡайһы саҡ сәғәт ярым ваҡытын тығындарҙа үткәрергә мәжбүр. Төҙөләсәк юл үткәргес машиналар ағымын бер-нисә тапҡырға артырырға ярҙам итәсәк.

Әле бөтә тығындар тимер юлы аша сыҡҡан ошо урын арҡаһында. Яңы юл үткәргес бынан 200 метр алыҫлыҡта буласаҡ. Уны сафҡа индереү менән бындағы юл ябыласаҡ.

Проект буйынса водителдәрҙен 4 һыҙатлы киң юл көтә. Яңы һалынасаҡ юлдың дөйөм оҙонлоғо 1850 метр. эстакаданың  — 106 метр буласаҡ. Контракт буйынса, төҙөү-монтаж эштәрен 2023 йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Төҙөүселәр әйтеүенсә, бөтә эштәр графикка ярашлы бара.