Себендәр ҡорбаны

Себендәр ҡорбаны

Өфө янындағы баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр дүрт ай буйына себендәр һөжүменән яфалана. Урындағы халыҡ фекеренсә, был ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге эҙемтәһе. Предприятие яҡындағы яланға ҡош тиҙәген түгә. Сәбәптәрен хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов асыҡларға тырышты.

Балалар өсөн генә түгел, ә өлкәндәр сәләмәтлеге өсөн дә хәүеф менән янай себендәр яуы. Әммә ул ғәҙәти күренешкә әүрелгән. Кешеләр йортҡа һөжүм иткән меңәрләгән себен менән көрәшергә мәжбүр.

Ҡыҙғанысҡа, бер ниндәй ҙә саралар ярҙам итмәй... Баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр фекеренсә, килеп тыуған мәсьәләлә Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы ғәйепле. Бер-нисә йыл дауамында эргәләге баҫыуҙарҙың береһенә ҡош тиҙеген түгәләр. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, был ерҙәр бөтөнләй эшкәртелмәй.

Белгестәр билдәләүенсә, баҫыуҙарҙа себен үрсеү өсөн уңайлы мөхит булдырылған. Бер минут эсендә генә кешегә йөҙәрләгән себен һырый. Юғары органдарға хаттар һәм ғаризалар яҙыу һөҙөмтә бирмәгән.

Себен һөжүменә спортсылар ҙа зарлана. Баҫыуҙан яҡынса биш йөҙ метр алыҫлыҡта ғына фристайл буйынса республика йыйылма командаһы базаһы урынлашҡан.

Ҡошсолоҡ фабрикаһы иһә, ғәйепләүҙәр урынһыҙ тип ышандыра. Йәнәһе лә ҡош тиҙәген эшкәртеү менән икенсе ойошма шөғөлләнә.

Илдә әле мал-тыуар ҡалдыҡтары менән эш итеүгә бәйле яуаплылыҡты аныҡлаған закон юҡ. Тик киләһе йылдың 1 мартынан ғына малсылыҡ продуктары тураһындағы ҡанун үҙ көсөнә инергә тейеш.

Тимәк киләсәктә ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ эшкәртмәгән өсөн ҡошсолоҡ фабрикаһын яуапҡа тарттырыу мөмкинлеге буласаҡ, ә әлегә урындағы халыҡҡа себендәр һөжүме менән генә көрәшергә ҡала