Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актерҙарының йәйге ялдан һуң тәүге осрашыуы. Көс-дәрт туплап эшкә сыҡтылар улар. Өлкән актерҙар йәштәргә үҙ нәсихәттәрен, теләктәрен еткерҙе.
Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар йәйге ял тәъҫораттары менән бүлеште.Театрҙа 60-тан ашыу актер эшләй. Быйыл улар 103-сө миҙгелде аса. Нурия Ирсаева өсөн театрға ингән һәр көнө тулҡынландырғыс, сөнки бөтә күңелен биреп эшләгән яратҡан эш урыны уның. Хеҙмәттәштәремде лә, үҙемедең ролдәремде лә һағынам, ти ул.
Нурия Ирсаева, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы:
“Ролдәрем лирический булғанға халыҡ яратты. Бер нисә комедия ролен уйнаным да эй рәхәт. Комедия уйнаным да, миңә рәхәт. Бөтә ролдәремде һағынам. Содержание булһын минең өсөн”.
Быйыл Нурия Ирсаеваның күркәм байрамы – 80 йәш. Театр быйыл юбилейҙарға бай. Фидан Ғафаров һәм Рәмзиә Хисамованың 75 йәштәрен билдәләргә йыйына. Быйыл театр үҙенең тамашасыһын яңы спектәклдәр менән дә ҡыуандырасаҡ.
Айрат Абушахманов, М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры:
“Икенсе проект 19 авг репетициялар башлана. Театр-вербати, яңы алым. Башғ райондарында актерҙар йөрөп, ысынбарлыҡ, ҙур ғына теманы алырға теләйәҙр. Кем мин тигән һорауғ тигән яуап эҙләйәсәкбеҙ. Память рода”.
Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов Совет дипломаты Кәрим Хакимов тураһында “Ҡыҙыл Паша” спектаклен ҡуясаҡ.
Нажиб Асанбаев яҙған пьеса иҫкергән яңынан яңы факттар килеп тыуа, шуға күрә беҙ уларҙы барлап яңынан пьеса яҙып, сәхнәләштерәбеҙ тип планға ҡуйылған.
Актерҙар осрашыуҙан һуң Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” пьесаһы менән танышыр өсөн бәләкәй залда йыйылды. Яңы спектаклде режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерә.
Т-ш-ш. Әле театр артистары яңы спектакль әҙерләй. Беренсе этапта пьесаны уҡып сығалар, һуңынан фекер алышалар һәм ролдәр бүленә. Репетиция ваҡытында бер кем дә ҡамасауларға тейеш түгел.
“Еҙнәкәй” спектаклендә ролдәр күп. Әҫәр иһә бай йөкмәткеле. Халҡыбыҙҙың тормошо, йәшәү рәүеше,рухи ҡиммәттәре тасуирлана. Яңы спектакль ваҡыты буйынса төрлөсә әҙерләнә, ә “Еҙнәкәйҙе” театр тамашасы хөкөмөнә яңы йыл адынан тапшырасаҡ.
Иршат Фәйзуллин, М.Ғафури ис.Башҡорт академия драма театры директоры:
“Быйылғы 103 ижад миҙгелен 6 октябрҙә асырға уйлайбыҙ. Ә сентябрҙә 6 спектакль була, 7-се сент. Зөләйхә күҙҙәрен аса”.
Театр артистарын гастролдәр ҙә көтә. Көҙөн улар Ырымбур, Силәбе, Ҡазан ҡалаларына юлланасаҡ. Ә М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге татар театры артистарының сығыш көтәлә.