Башҡортостан хужалыҡтары 2 миллион ярым тонна тирәһе уңыш йыйып алды

Башҡортостан хужалыҡтары 2 миллион ярым тонна тирәһе уңыш йыйып алды

Ураҡ кампанияһының әле ҡыҙған мәле. Уңыш күләме буйынса Илеш районы аграрийҙары алдынғылар рәтендә,. Бында майҙандарҙың 40 процентында эштәр тулыһынса тамамланған.

Игенселәр өҫтәлдә икмәк булһын өсөн ал-ял белмәй тир түгә. Тәжрибәле кобайнсы Иршат Фәррәхетдинов 30 йылдан ашыу тыуған ерендә хеҙмәт итә һәм йылдан-йыл алдынғылыҡты бирмәй. Үҙ эшенең оҫтаһы заманында данлыҡлы механизатор булып та таныла.

“Илеш МТС”ы йәмғиәтендә ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр сыуаҡ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Баҫыу эштәрендә — сәсеү, тәрбиәләү һәм уңыш йыйыу – барыһы ла уларҙың ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Әле ужым культураларын тамамлап, рапс һәм ҡара бойҙай сабыуға төшкәндәр.

Игенселәр быйылғы уңыштан ҡәнәғәт. Иген культураларынан тыш, майлы культуралар ҙа юғары уңыш бирә.

Үҙенсәлекле культура рапс майын көнкүрештә лә киң ҡулланалар.... унан лак, краска, био яғыулыҡ, хатта декоратив косметикаға ла ҡушалар... Быйыл иһә уңыш та ике тапҡырға күберәк йыйып алыныр, тип көтөлә...