Өфө көнсығыш юлының әҙерлеге 50 проценттан ашты

Өфө көнсығыш юлының әҙерлеге 50 проценттан ашты

1 км 200 метр оҙонлоҡтағы автомобиль тоннеле, Ҡариҙел аша 3 км-ға яҡын эстакадалы күпер һәм 10 км автомобиль юлынан торған иң күләмле объект 2023 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тимер каркастар урынлаштырылып бара, өҫтөнән бетон менән беркетелеп нығытыла. Автомобиль тоннеле ярым түңәрәк формаһында эшләнә.

Өфөлә ҙур автомобиль тоннелдәренең береһе төҙөлә. Әле ул тамаланыу этабында, тышҡы эштәре генә ҡала. Автотоннель Салауат Юлаев проспектына барып тоташа. Уның оҙонлоғо 1 км-ҙан ашыу, ә бейеклеге 8 метр. Әле бында әүҙем эштәр бара. Төҙөүселәр билдәләүенсә, техник яҡтан ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле.

Тоннелдең өҫкө һәм аҫҡы яғы төҙөлгән, ер ҡатламдарын нығытыу өсөн бағаналар ҡуйылған. Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округындағы иң ҙур инфраструктура проекты. Ул М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тотошторасаҡ һәм Өфө урамдарынан транзит ағымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Көнсығыш сығыу юлы автомобиль тоннеллен, Ҡариҙел аша эстакадалы күпер һәм автомобиль юлын үҙ эсенә ала. Уның оҙонлоғо 14 км-ға тиклем етә һәм юғары тиҙлекле трасса буласаҡ. Төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы алып барыла.