Башҡортостанға килеүселәрҙең бер төркөмө Рәсәй гражданлығын рәсмиләштерә башланы. Битараф булмағандар ғаиләләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә лә ярҙам итә.
Өс аҙна элек кенә донъяға килгән Тимур тәүгеләрҙән булып Рәсәй гранжданлығын алған. Әсәһе Анна Цилькер һүҙҙәренсә, бының өсөн ауыр тормош һынауы аша үтергә килә. Мариопуль ҡалаһында аш-һыуһыҙ үткән йоҡоһоҙ төндәр хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек, ти ҡатын.
Гражданлыҡты рәсмиләштереү менән әле ҡалған күскенселәр ҙә шөғөлләнә. Республиканың миграция хеҙмәте үҙәгендә улар медицина тикшеренеүҙәре үтә, документтар туплай. Бөтә процедуралар ҙа бушлай тәҡдим ителә.
Күскенселәр билдәләүенсә, документтар туплау менән бер рәттән эшкә урынлашыу бөгөн төп мәсьәлә.
Республиканың ваҡытлыса урынлаштырыу пунктарыныңда тиҫләгән талап ителгән һөнәр вәкилдәре: юғары квалификациялы табиптар, программистар, уҡытыусылар бар. Бында уларға эшкә урынлашыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәләр.
Ваҡытлыса урынлаштырыу үҙәктәрендә шулай уҡ яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре бара. Балалар канцелярия тауарҙары, кейем-һалым менән тьәмин ителә.
Рәсәй гражданлығын алғандан һуң улар Рәсәй Федерацияһы граждандарына тейешле барлыҡ социаль ярҙам менән файҙалана аласаҡ. Документтарҙы юллауҙа Пенсия фонды, Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге белгестәре ярҙам күрәһәтә. Шул иҫәптән был граждандар торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, был ярҙам да ғәмәлдәге ҡануниәт нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.