Рәсәй Федерацияһының йәш граждандары!

Рәсәй Федерацияһының йәш граждандары!

Өфөлә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте. Был юлы 8 уҡыусы шәхесте раҫлаған документ алып ҡыуанды. Улар араһында уҡыу алдынғылары, спортсылар, олимпиада еңеүселәре һәм ижадсылар бар. Ата-әсәләре балаларының уңыштары һәм киләсәккә пландары тураһында бәйән итте. Ә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор беренсе тапҡыр паспорт алған йәш граждандарға тормоштарында уңыштар теләне.