3 сентябрҙә Рәсәйҙә «Еңеү диктанты» Халыҡ-ара тарихи акцияһы уҙа

3 сентябрҙә Рәсәйҙә «Еңеү диктанты» Халыҡ-ара тарихи акцияһы уҙа

Был сара тарихҡа ҡағылып, илебеҙҙең, халыҡтарыбыҙҙың данлы үткәнен хәтергә төшөрөү, үҙ белемеңде һынап ҡарау маҡсатын ҡуя. 45 минут дауамында ҡатнашыусылар 25 һорауға яуап бирергә тейеш. Уларға дөйөм хәрби-тарихи темаға һәм төбәк тематикаһына ҡағылышлы һорауҙар бирелә. Быйылғы «Еңеү диктанты» Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала, шуға күрә һорауҙарҙың бер өлөшө гитлерсыларҙың СССР-ҙың тыныс граждандарына ҡаршы енәйәттәренә арнала. Башҡортостанда диктант яҙыу өсөн 80-дән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгән. Тестарҙы төбәктең биш юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа яҙасаҡтар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Еңеү диктанты" акцияһында ҡатнашып юғары балл алыусыларға ВУЗға ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Акция еңеүселәренең 9 майҙа Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыу мөмкинлеге лә була. Акцияла ҡатнашыу өсөн диктантпобеды нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк.