Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы дауам итә

Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәрҙең артыуы дауам итә

Бер тәүлек эсендә 256 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, пандемия башланғандан алып вирус йоҡтороу осраҡтары 300 меңгә яҡынлашҡан. Әлеге көндә 168 пациент дауахана, госпиталдәрҙә ята, тағы ла 1 мең 376-һә өйҙә дауалана. КОВИД 19 Башҡортостан билә!мәһендә генә 5 мең 785 кешенең башына еткән, аҙаҡҡы тәүлектә был сирҙән үлем осраҡтары теркәлмәгән. Табиптар санитар талаптарҙы һәм һаҡланыу сараларын хәстәрләргә, вакцина эшләтеүҙе оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа саҡыра.