Аппендицит операцияһынан һуң ғәрип ҡалған Нияз руль артына ултырҙы

Аппендицит операцияһынан һуң ғәрип ҡалған Нияз руль артына ултырҙы

Велосипедта йөрөргә өйрәнә һәм хатта руль артына ултыра. Теүәл бер йыл элек егет аҡса эшләп машина алырға тигән хыял менән янып йәшәй ине.Хәҙер иһә бөтә нәмәгә лә яңынан өйрәнә. Архангел районынан Нияз Муллағәләмовтың яҙмышы күптәрҙе тетрәндерҙе. Һуҡыр эсәге менән дауаханаға эләгеп, операциянан һуң инвалид булып ҡала. “Үҙәк нерв системаһы зарарланыуы” диагнозы менән өйгә ҡайтарыла. Егет түшәктә генә ята. Йыл дауамында ата-әсәһе улын реабилитацияға йөрөтә. Егет үҙаллы атлап йөрөй, әммә әлегә һөйләшмәй.ю Тулыраҡ киләһе репортажда.

Уның йөҙөндә һуңғы йылда беренсе тапҡыр йылмайыу балҡый. Шатлыҡ өсөн сәбәбе лә ҙур – егет тағы ла руль артына ултырҙы. Фажиғәгә тиклем яратҡан шөғөлө ине, ти яҡындары. Шуға ла йәшәүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ихата эргәһендә руль артында йөрөргә мөмкинселек бирәләр.

Нияз велосипедта ла йөрөргә өйрәнә. Ә егеттең ошолай аяҡҡа баҫыр тип бер йыл элек бер кемдә алдан күҙаллмай. Түшкәтә генә ятыр тигән Нияз хәҙер үҙаллы атлай. Бының өсөн байтаҡ реабилитация үтә. Ә телмәре әлегә асылмаған.

Бер йыл лек Нияз Муллағәләмовҡа Учалы ҡалаһында һуҡыр эсәгенә операция эшләнә. Операциянан һуң йөрәге туҡтай. Егет иҫән ҡала, әммә мейе йәрәхәтләнә. Ата-әсәһен табиптарҙың мөнәсәбәте ғәжәпләндерә.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эске тикшереү үткәрә. Егеттең ата-әсәһе тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе менән килешмәй. Был һорау менән хәҙер тәфтиш комитеты ҡыҙыҡһына. Тағы ла бер экспертиза билдәләнгән, был юлы тикшереүҙе икенсе төбәк алып барасаҡ.

Хәҙер Нияз тағы ла яңы дауалныуға– нейромодуляция процедураһына йыйына. Реабилитация курсы 100 мең. Иң мөһиме Нияз һауыҡһын, тип Илсур Рәхмәтуллин кредит алған. Екатеринбург клиникаһына ғаилә ҙур өмөттәр бағлай һәм тиҙ арала Нияздың һөйләшә башлауына ышана.