Нисек Рәсәй медицинаһын дауаларға?

Нисек Рәсәй медицинаһын дауаларға?

“Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһе ағзалары ошо темаға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ултырышта депутаттар, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре, профсоюз ағзалары ошо мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Уларҙың күпселеге тап халыҡты борсоған проблемаларға – дауаханаларҙа табиптар етешмәүе, кесе персоналды оптимәлләштереү, дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм сифатлы медицина ярҙамы алыуға арналды.