Миңлеғәле Шайморатов тыуыуына 123 йыл

Миңлеғәле Шайморатов тыуыуына 123 йыл

27 августа данлыҡлы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулды. Хәйер, биографияһында әлегәсә билдәһеҙ биттәрҙең иҫәбе юҡ легендар шәхестең тыуған көнө тураһындағы мәғлүмәт тә бер-береһенән айырыла. Комдивтың исемен йөрөткән ауылда, мәҫәлән, уны ике тапҡыр байрам итәләр. Халыҡ йыйыны, ҡунаҡтар, тантаналы саралар ойоштороп. Генерал Шайморатов хәтерен мәңгеләштереүгә бәйле ваҡиғалар хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева әҙерләгән репортажда.

Йәшел һиллек, саф һауа, бәллүр һыу. Хәтирәләргә сумам тиһәң барыһы ла тап килгән. Тотош тереклеккә йәшәү сығанағы биргән инеш был төйәктең иң сағыу шәхесе исемен йөрөтә. Ауылда Шайморатов иҫтәлеген шишмә генә һаҡламай. Иң гүҙәл урам, иркен парк, мәктәп, клуб, хатта ауылдың үҙе. Халыҡ батыр ауылдашы хәтеренә тоғролоғон аҙым һайын раҫларға әҙер. Бында иң бәләкәстәр ҙә генералды йөҙөнән таный.

Шайморатов мәктәбе 1999 йылдан башлап атамаһын Генерал Миңлеғәли Шайморатов исемендәге, тип рәсми нығытҡан. Бер ҡыйыҡ аҫтында балалар баҡсаһы ла, урта мәктәп тә урынлашҡанлыҡтан музей бүлмәһенән ҡунаҡтар йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Балалар кесе йәштән эҙәрмән эше менән мауыға, тарихи мәғлүмәттәр йыя, генералдың яуҙаштары, туғандары, батырҙарса һәләк булған алыҫ Луганск ерендә уның иҫтәлеген һаҡлаған тиҫтерҙәре менән аралаша. Уҡып сығып киткәс тә уҡытыусылары менән бәйләнеш тота. Тарих кабинетында Герой партаһын урынлаштырырға ярҙам иткәндәр. Шайморатов рухында илһөйәрлек тәрбиәнең дауамы ла һөҙөмтәле.

Яңы уҡыу йылынан мәктәптә Шайморатов отрядын ойоштороу көтөлә. Ихаталағы мемориалды ла киләһе Еңеү көнөнә яңыртып ҡорорға ниәтләйҙәр.

Шайморатов ауылында иҫке мәктәп бинаһы ла һаҡланған. Егерменсе быуат башында ошо бинала буласаҡ генерал уҡыған тигән мәғлүмәттәр бар. Батырҙың ауылдаштары бөгөн иҫке мәкьтәпте төҙөкләндереү маҡсаты меән яна. Хыялдары – тарихи класс бүлмәләрен заманса эшҡыуарлыҡ үҙәге менән берләштереү.

Тәбиғәте йәмле, ере уңайлы, тарихы шанлы урынға сәйәхәтселәр ҡыҙыҡһынып килә. Йылына тиҫтә меңләп ҡунаҡты ҡабул итәбеҙ, ти хакимәт башлығы.

Быуат йөҙөн һаҡлаған йорттар түгел, быуындар берлеген раҫлаған кешеләре менән дан тота ауыл. 40 йылдан ашыу элек тыуған яғы тарихын өйрәнеүгә тотонған Резеда ханым Шайморатов шәжәрәһен төҙөгәндә үҙенең дә батыр нәҫеленән икәнен асыҡлаған. Хәҙер бар быуын-туғандарҙы табып теркәү йөкләмәһен үҙ иңенә алған.

Резеда Шамил ҡыҙының тырышлығы менән 112-се кавдивизия яугирҙәренең исемлеге лә йыл түгел, көн һайын тулылана. Китапта баҫылған исемдәр бөгөнгә икеләтә, тиерлек, артҡан. Эҙәрмән эше тарихи мәғлүмәттәргә үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итә. Ауыл мәҙәниәт һарайындағы виртуаль музейҙың эстәлеген дә яңы ваҡиғалар айҡанлы байытырға тура киләсәк.

Алтын йондоҙ, Герой миҙалы иһә Башҡортостандың Милли музейы фондында иң ҡәҙерле экспонат булараҡ һаҡлана. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Владимир Путиндың ҡарары менән Генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа үлгәндән һуң бирелгән лайыҡлы награданы мәңгелек һаҡ аҫтына Республика башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙға Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бары ике йыл элек бирелеүе генерал биографияһының әлегәсә билдәһеҙ биттәренә килтерә.

Генерал Шайморатов һәм уның яугирҙәренең үлемһеҙ даны сере тарихсыларҙың бөтмәҫ эҙләнеүҙәренә илһам бирһә, легендар яҡташыбыҙҙың ихтыяр көсө менән батырлыҡ өлгөһө бөгөн Ватан хаҡына изге яуға барғандарҙың рухын нығыта.