Водителдәргә камераларҙан яңы төр штрафтар килә башланы

Водителдәргә камераларҙан яңы төр штрафтар килә башланы

Хәҙер улар тиҙлек арттырыуҙы йә йәмәғәт транспорты һыҙатынан барыуҙы ғына теркәп ҡалмай. Заманса ҡоролмалар водителдәрҙең тағылмаған ҡайышын, телефондан һөйләшеүен һәм юл киҫелешендәге стоп һыҙатын үткәнен дә күрә. Яңы камералар һәм штрафтар хаҡында беҙҙең киләһе репортажда.

Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмау, руль артында телефондан һөйләшеү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу. Башҡортостан юлдарында теркәлгән үлемесле аварияларҙың күбеһендә водителдәрҙең ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү төп сәбәпсе. Федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге трассаларҙа, ҡала урамдарында фото-видео теркәү ҡорамалдары замансалаштырыла. Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, был саралар юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында эшәләнә.

Яңы ҡоролма юғары тиҙлектә йөрөүселәрҙе генә түгел, ҡаршы һыҙатҡа сығыусыларҙы, светофор сигналын инҡар итеүселәрҙе лә теркәй. Күҙәтеү комплекстарын модернизациялау юлдағы хәүефһеҙлекте көсәйтер тип көтөлә. Әле Башҡортостан юлдарында барлығы ике меңгә яҡын фото һәм видеокүҙәтеү камералары эшләй. Мәҫәлән, Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында тағы ла биш өҫтәмә комплекстар ҡуйылған, хәҙер унда 20 камера иҫәпләнә.

Белгестәр асыҡлауынса, юлдарҙа камералар артыуы водителдәр араһында тәртип урынлаштыра. Республикала көнөнә уртаса ун меңгә яҡын штраф квитанцияһы төҙөлә. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары иң ышаныслы комплекс тип иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа, ҡағиҙә боҙоусы водителдәр йыш ҡына хәүефһеҙлек өсөн хафаланмай штрафтан ҡурҡып ҡына тиҙлеген кәметә.