Башгидроометүҙәк мәғлүмәттәренән күренеүенсә, көндөҙ температура 30 градусҡа тиклем күтәрелә. Август аҙағы өсөн бындай сыуаҡ көндәр ғәҙәти түгел тип билдәләй синоптиктар. Шуға ла янғын хәүефе юғары. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябргә тиклем Башҡортостан урмандарына транспортта инеү сикләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 13 муниципалитетта 4 класс урман янғындары хәүефе һаҡлана, 18 муниципалитетта янғын сығыуҙың иң юғары – 5 классы теркәлгән. Унда көнъяҡ, төнъяҡ-көнбайыш, үҙәк райондар инә
Башҡортостанда тағы ла бер аҙна тирәһе эҫе көндәр һаҡлана
Башҡортостанда тағы ла бер аҙна тирәһе эҫе көндәр һаҡлана