Рәсәйҙә ял өсөн кешбэк программаһының сираттағы этабы старт ала

Рәсәйҙә ял өсөн кешбэк программаһының сираттағы этабы старт ала

25 августан һуң юллама хаҡының 20 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар. Кешбэк 2022 йылдың 1 октябренән 25 декабренә тиклем сәйәхәткә сығыуға ҡағыла. Программала Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре ҡатнаша. Бөтәһе 600 мең самаһы кеше әлеге мөмкинлектән файҙаланыр тип көтөлә. Круиздарға кешбэк 1 сентябрҙән башлана һәм навигация тамамланғансы дауам итә.