Өфөлә тиҙ туҡланыу рестораны ябылды

Өфөлә тиҙ туҡланыу рестораны ябылды

Октябрь Проспектында урынлашҡан Бургер Кинг филиалдарының береһе эше туҡтатылды. Быға урындағы халыҡтың Роспотребнадзорға ялыуы сәбәпсе була. Кафе 9 ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Күп халыҡ үҙ фатирҙарында йөҙәткес еҫ барлыҡҡа килеүенә зарлана. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте тикшереү үткәргәндән һуң һулар һауала көкөрт диоксиды кимәленең саманан артыҡ икәнен асыҡланған. Фатирҙарҙа был күрһәткес норманан ашҡан, ә йорт тәҙрәләре эргәһендә ул 3 тапҡырға күберәк булған, төтөн сыҡҡан торбанан иһә көкөрт ждиоксиды рөхсәт ителгәндән 10 тапҡырға күберәк сыҡҡан