Генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары хәрби әҙерлекте тамамлап, Украинаға махсус операция барған ергә юлланған. Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ә кисә Өфөлә Республика башлығы махсус хәрби операцияла Башҡортостандан ҡатнашҡан ирекмәндәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Батыр яҡташтарыбыҙ яуаплылығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора, улар командирҙары ҡуйған бурысты ваҡытында һәм еренә еткереп үтәй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тап ошо һалдатар илебеҙҙең именлеге һәм тыныслығы һағында тора. Радий Хәбиров бер-нисә һалдатҡа Суворов һәм Жуков миҙадарын, генерал Шайморатов орденын, Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Башҡортостан етәксеһе һүҙәренә ҡарағанда, әле махсус хәрби операция барған ергә Башҡортостанда тупланған ирекмәндәр батальоны эшелоны юлға сыҡты.
Хәрби ирекмәндәргә дәүләт наградалары
Хәрби ирекмәндәргә дәүләт наградалары