Башавтотрансҡа һәм табиптарға яңы транспорттар тапшырылды

Башавтотрансҡа һәм табиптарға яңы транспорттар тапшырылды

Башавтотранс автопаркы тағы ла 37 яңы автобус менән тулыланды. Йәмәғәт транспорттары асҡыстарын дәүләт учреждениеһына Республика Башлығы тапшырҙы. Автобустар халыҡ күпләп йөрөгән Инорс, Сипайлово, Затон һәм Дим биҫтәләренә йөрөйәсәк. Тап был микрорайондарҙа торлаҡ төҙөлөшө әүҙемләшә. Автобустар әлеге ваҡытта булған маршруттарға өҫтәмә булараҡ ебәрелер тип күҙаллана. Баш ҡаланың көнъяғына киңәйеүен иҫәпкә алып киләсәктә тағы ла 63 автобус һатып алыу ҡаралған. Радий Хәбиров 14 медицина ойошмаһына яңы Лада Гранта асҡыстарын тапшырҙы. “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы сиктәрендә һатып алынған машиналар өйҙә медицина ярҙамы күрһәтеү, табиптарға йорттарға йөрөп тикшереү үткәреү һәм биоматериалдарҙы ташыу өсөн тәғәйен.