Башҡортостан кәсепселәре үҙ эшен үҫтереүгә 700 мең һумғаса ярҙам аласаҡ

Башҡортостан кәсепселәре үҙ эшен үҫтереүгә 700 мең һумғаса ярҙам аласаҡ

Был турала Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә белдерҙе. Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында бизнес-шерифтар менән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Республика Башлығының Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре тураһында киләһе сюжетта.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә булды. Борон-борондан Стәрлетамаҡ сауҙагәрлек менән дан тота һәм 19-сы быуат урталарына бында төбәк сауҙа вәкилдәренең 80 проценты төпләнә. Сара үткән майҙанда элек баҙар урынлашҡан. Фестивалдә Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән 130-ҙан ашыу һөнәрсе үҙ эштәрен күрһәтте.

Башҡортостан башлығы халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен һарап сыҡты һәм оҫталар менән аралашты. Радий Хәбиров был йүнәлештә эшләүсе үҙмәшғүлдәргә һәм кесе эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы тураһында ла бәйән итте. Үҙ эшен асҡандар 500-700 мең һумлыҡ субсидия ала башлаясаҡ.

Бизнесҡа ярҙам, эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында аныҡтан-аныҡ аралашыу ҡала-райондарҙың бизнес-шерифтары менән осрашыуҙа барҙы. Радий Хәбиров Башҡортостандың бизнес-шерифтар институты Рәсәйҙә алдынғы тәжрибә булараҡ танылыуын билдәләп китте һәм уны артабан да камиллаштырыу мөһимлеген билдәләне.

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар йылғаһы ярын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Реконструкция өсөн 70 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бында халыҡҡа ял итер өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыла. Обьект октябрь аҙағына әҙер буласаҡ, тип көтөлә.

Радий Хәбиров август башында десантсыларға асылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Ул урындағы ветерандар ойошмалары ярҙамы менән төҙөлгән. Хәҙер йыл һайын бында десантсылар йыйыла.

“Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөлгән объекттарҙың береһендә эштәр барышы менән дә танышты Республика Башлығы. Урындағы халыҡ ихаталарҙың төҙөкләнеүен күреп Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Һәр кемгә көҙгө уңышын һатып аҡса эшләү өсөн шарттар тыуҙырыу бойороғоноң урында үтәлеше менән ҡыҙыҡһынд төбәк етәксеһе. Ғәҙәти сауҙа урындарында ҡояштан, ямғырҙан ышыҡланыр урын булдырғандар, тик ул барыһына ла етмәй. Радий Хәбиров урындарҙы күбәйтергә ҡушты. Хәләл көс менән үҫтереп үҙ уңышын һатырға сыҡҡан ололарҙы урап үтмәҫкә өндәне Радий Хәбиров. Үҙе оло йәштәге инәйҙең бар тауарын һатып та алды.