Беҙҙең телерадиокомпания наградаға лайыҡ булды

Беҙҙең телерадиокомпания наградаға лайыҡ булды

“Евразия тауышы-2022” Бөтә Рәсәй милли тапшырыуҙар фестивалендә хеҙмәттәштәребеҙҙең проектын юғары баһаланылар. Конкурс финалы үткән ял көндәрендә Дағыстан республикаһында булды. “Иң яҡшы күңел асыу программаһы” номинацияһында “Самауыр” тапшырыуы еңеүсе тип танылды. Ул һәр иртә 7 сәғәт 10 минутта Рәсәй – Башҡортостанрадиоһында эфирға сыға.