Яңы уҡыу йылын яңы ҡағиҙәләр менән

Яңы уҡыу йылын яңы ҡағиҙәләр менән

1 сентябрҙән уҡыу аҙнаһы флаг күтәреүҙән башланасаҡ. Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары өсөн яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары ғәмәлгә инәсәк.

Әле был репетиция ғына. Яңы уҡыу йылынан, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә дәүләт флагы күтәреләсәк, гимн йырланасаҡ. Был йола менән һәр уҡыу аҙнаһы башланасаҡ. Флаг күтәреү тантанаһының айырым тәртибе лә була. Мәртәбәле эш уҡыу йортоноң иң алдынғы уҡыусыларына йөкмәтелер,тип күҙаллана. Унан һуң һәр уҡыусы үҙ клссына мөһим һөйләшеүгә йыйыла.

“Белем көнө”, “Беҙҙең ил-Рәсәй”, “Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә, “Ирекмәндәр“, “Ғаилә байрамдары һәм хыялдары”, “Хеҙмәт көнө”, “Рәсәй символдары”, Класс сәғәттәре сиктәрендә күтәреләсәк темалар федераль кимәлдә әҙерләнгән. Төп маҡсат  — үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһон тәрбиәләүгә ярҙам итеү. Яңы уҡыу йылынан индереләсәк үҙгәрештәр бының менән генә сикләнмәй. 1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә яңыртылған федераль дәүләт белем биреү стандарттары ғәмәлгә инә. Айырым иғтибар мәктәптә алған белемдәрен ғәҙәти тормошта ҡуллана белеүгә йүнәлтеләсәк.

Финанс грамотлылыҡҡа өйрәтеүҙең һәр йәш өсөн үҙ метоликаһы булдырылған. Башланғыс класс уҡыусылары был белемдәрҙе уйын аша аласаҡ. Юғары класс уҡыусылары айырым миҫалдарҙа һәм ентекле өйрәнәсәк. Өҫтәмә дәрестәр балаларҙы финанстар менән дөрөҫ идара итергә өйрәтер, тигән өмөттә уҡытыусылар.

Короновирус менән бәйле хәл киҫкен һаҡланыу сәбәпле мәктәптәрҙә лә быйыл вирустан һаҡланыу саралары шул килеш ҡаласаҡ.

Электрон градусниктар, антисептиктар әҙер, рециркуляторҙар урынында. Яңы уҡыу йылын хәүефһеҙ башлар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, ти уҡытыусылар.