Быға балыҡсылыҡ менән шәғәлләнеүсе йүнселдәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ҡариҙел районында яһалма бассейндарҙа африка йәйенен үрсетеү фермаһы эшләй. Үҙенсәлекле хужалыҡ дәүләт субсидияһына асылған. Яһалма бассейдарҙа балыҡ үрсетеү табышлымы? Был һорауға яуапты хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов асыҡланы.
Бөгөн балыҡ үрсетеү, һаҙан булһынмы ул, аквариум өсөн башҡа балыҡтар булһынмы, төшөмлө бизнес тип иҫәпләй Эльвира Несмиянова. Бығаса пенсия фонды хеҙмәткәре булып эшләгән ханым хәләл ефете менән бергә ябыҡ һыу тәьминәте системаларындағы яһалма бассейндарҙа африка йәйенен үрсетеү менән шөғөлләнә. Иң мөһиме эшеңде яратып башҡарыу, ти ул.
Бындай системаларҙа балыҡты үҫтереү, ашатыу, һыуҙы алмаштырыу, балыҡты туҡлыҡлы элементтар менән тәьмин итеү, һыуҙың тәғәйен температураһын һаҡлау, уны таҙартыу һәм кислород менән һуғарыу автоматлаштырылған тәртиптә башҡарыла.
Эшҡыуар йәйен фермаһы асыу өсөн дәүләт программаһы буйынса финанс ярҙамы алған. Ошо аҡсаға кларий йәйене селбәрәләрен үрсетеү өсөн ҡорамалдар монтажланған. Әҙер продукция әле Ҡариҙел һәм күрше райондарҙа һатыла. Киләсәктә республиканың башҡа райондарына ла сығыу ҡаралған.
Африка йәйене тәме үҙенсәлекле булған диетик ризыҡтарға ҡарай, шуға күрә уны шул килеш бешереп ашарға ла, төрлө ашамлыҡтар әҙерләргә лә була. Киләсәктә йүнсел бинаны ремонтлап, һыуытҡыс ҡорамал ҡуйырға, ыҫлау һәм балыҡ эшкәртеү цехы асырға ниәтләй.