Башҡортостанда күскен цивилизацияларының Евразия музейы төҙөлә

Башҡортостанда күскен цивилизацияларының Евразия музейы төҙөлә

Уның проектын “Шүлгән-Таш” тарихи-музей комплексын асыу тантанаһында Радий Хәбиров танытҡайны. Республика башлығы Шишмә районында яңы комплексты ҡороу буйынса эшсе төркөмдөң күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Торахан кәшәнәһе Көньяҡ Уралда урта быуат төҙөлөш оҫталығы өлгөләренең әлеге көнгә тиклем тәү торошонда һаҡланып ҡалған берҙән-бер һәйкәле. Был үҙенсәлекле ерҙә археолог ҡаҙыныуҙарын ойоштормау яҙыҡ. Кәшәнә тирәләй белгестәр күптән эҙләнеү алып бара.

Ҡаҙылма табыштарҙың тәүгеләре үк буласаҡ музей экспонатына әйләнә бара. Әлегә улар бер өҫтәлгә генә һыйған. Әммә ҡиммәттәре байтаҡ ғалимдарҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ. Был боронғо кәсеп өлгөһө ярсыҡтары Турахан кәшәнәһенән алыҫ түгел Подымалово торағы биләмәләрендә табылған.

Боронғо халыҡтар тарихын һаҡлаған урында ғилми тикшеренеүҙәр һәм сәйәхәттәр ойоштороу маҡсатында биләмәнең бар мөмкинлектәре өйрәнелгән. Тарихи белешмә тупланған, белгестәр рельеф тикшергән, мәҙәниәт ҡомартҡыһын танытыу ысулдары билдәләнгән, юл бәйләнештәре иҫәпкә алынған. Үҙенсәлекле проекттың макеты ҡоролған.

Комплекс ике өлөштән тора. Улар “тыныс” һәм “әүҙем” биләмәләр тип билдәләнгән. Ҡалҡыулыҡта, кәшәнә тирәһендә тыныс биләмә. Бында музей үҙе, амфитеатр, сәйәхәтсе һуҡмактары, архитектор тәҙрәһе, түбәндә, әүҙем зонала, һабантуй, уйын майҙандары һәм ғилми үҙәк планлаштырыла.

Музейҙың виртуаль өлгөһөн бөгөн үк инеп ҡарарға мөмкин. Махсус күҙлектә киләсәккә Радий Хәбиров та ҡараш һалды.

Күскен цивилизацияларҙың Евразия музейы Башҡортостанды бар донъяға танытыр һәм төбәккә сәйәхәтсе ағымдарын йүнәлтер обьект. Архитекторҙар уның йыһандан күренер йөҙөнә үк йәшерен тамға һалған.

Оҡшаш музейҙар тәжрибәһе донъяның төрлө төбәктәрендә өйрәнелгән. Башҡортостан тарихсылары Европа ла, Азия ла музейсылары менән бәйләнеш тота.

Торахан тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бөгөнгә тиклем һаҡланмаһа ла боронғо халыҡтар тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыр ҡомартҡылар бар. Уларҙы киләсәк быуынға ла тапшырыр өсөн һаҡ аҫтына алыу ғына етмәй, тәрән өйрәнеү, төҙөкләндереү, файҙаланыу һәм, әлбиттә, теләгән һәр кемгә күрһәтеү мөһим. Яңы музейҙың эшсе төркөмө әлегә төҙөлөш башланыр ваҡыт тураһында мәғлүмәт бирмәй. Әммә шуныһы билдәле – проект ғилми асыштар һәм белгес кәңәштәре өсөн асыҡ.