Башҡортостан хөкүмәтендә тағы бер вице-премьер вазифаһы булдырылды

Башҡортостан хөкүмәтендә тағы бер вице-премьер вазифаһы булдырылды

Радий Хәбиров фәнни-технологик үҫеш өсөн яуаплы вәкәләтте Сәнәғәт министры Александр Шельдяевҡа тәҡдим итте. Хөкүмәт рәйесенең яңы урынбаҫары фән менән сәнәғәт араһында бәйләнеште нығытыу өсөн яуаплы буласаҡ. Шулай уҡ заманса технологиялар үҫешен дә яйға һалыу бурысы ҡуйыла. Республиканың сәнәғәт тармағы яҡшы үҫеш күрһәтә, ике йыл рәттән Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте буйынса илдә беренсе урынды биләй. Был тәү сиратта һеҙҙең министрлыҡ һәм төбәк предприятиелары ҡаҙанышы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Александр Шельдяев вице-премьер вазифаһында бөгөндән эш башлай, шул уҡ ваҡытта ул Сәнәғәт министры вазифаһын да һаҡлап ҡала.