Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер

Быйыл республиканың 63 мәктәбендә федераль программа буйынса капиталь ремонт яһала. Улар барыһы ла балаларҙы 1-се сентябргә ҡабул итергә әҙерме? Был хаҡта тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында. Благовещен районының Туғай мәктәбе уҡыусыларҙы беренсе сентябргә ҡабул итергә тулыһынса әҙер, тиергә мөмкин. Бындай ҙур күләмле эштәр ил президенты иғлан иткән федераль программа ярҙамында башҡарыла.

1987-се йылда сафҡа индерелгән уҡыу йортонда күптән күләмле эштәр башҡарылмаған. Махсус программа буйынса капиталь ремонттан тыш кластарҙы төрлө уҡыу әсәбәптәре менән йыһазландырырға ла өлгәшәләр.

Башҡортостандың 1295 белем биреү ойошмаһының 1284-е яңы уҡыу йылы башланыуға әҙер. Был күрһәткес файҙаланыуға тапшырырға планлаштырылғандың 100 процентын тәшкил итә. Йәнә 11 дөйөм белем биреү ойошмаһы ике йыллыҡ капиталь ремонт үткәреүгә бәйле ҡабул итеүҙә ҡатнашмаған, уларҙа эштәр дауам итә. 2022-се йылдың мәктәптәрҙе модернизациялау проектында Благовещен районының ике уҡыу йорто ҡатнашҡан. Туғайҙа эштәр тамамланыуға табан барһа, Благовещен ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбендә эштең ҡыҙған мәле генә.

Мәктәптә инженер селтәрҙәрен, ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе алмаштырыу, бинаны йылытыу эштәре бара. Уҡыусыларҙың белем алыу барышы ла өҙөлмәй — улар башҡа мәктәптәрҙә уҡыуын дауам итә.

1400 –ҙән ашыу бала уҡыған мәктәп ҙур, ә эштәр күләмле булыу сәбәпле, 2023-сө йылдың сентябрендә уҡыусыларын ҡабул итә алыр, тип планлыштырыла.

Стендап. Махсус программа буйынса мәктәптә бар санитар нормаларға ла тап килерглек итеп ремонт яһала, әле бында ҡыйыҡты алыштырыу һәм фасадты йылытыу эштәре башҡарыла...