1 сентябрь Башҡортостан 24 телеканалы менән бергә

1 сентябрь Башҡортостан 24 телеканалы менән бергә

Башҡортостан 24 телеканалы яңы уҡыу йылын бергә ҡаршы алырға саҡыра. Байрам 1 сентябрҙә Өфөләге Иван Якутов исемендәге паркта ойоштороласаҡ. Настя Яҡутов паркына тыуған көнөн билдәләргә килгән. Төрлө аттракциондарҙы һайлап-һайлап ғаиләһе менән күңел асты ти ҡыҙ. Настя был паркта йыш ҡунаҡ.

Иван Яҡутов исемендәге паркта 1-сентябрь балалар өсөн күркәм байрам ойошторола. Сәғәт 12-лә уҡыусыларҙы сағыу тамаша көтә.

Башҡортостан 24 телеканалы хеҙмәткәрҙәре лә кескәйҙәргә төрлө уйындар һәм конкурстар әҙерләй. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә. Милли костюм темаһына һүрәт төшөрөп килтереүселәргә бушлай туңдырма таратыласаҡ. Уларҙың һүрәттәренән күргәҙмә ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ балаларға һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреләсәк һәм аҡбур менән асфальтты ла биҙәргә мөмкинселек буласаҡ. Бөтә ғаилә ағзалары ла сараларҙа ҡатнаша ала. Күп балалы әсәләләр йәмғиәте психолог, логопед һәм башҡа төрлө педагогтар менән аралашыу ойоштора.

Парктың күңел асыу комплексы бүләккә аттракициондарға 100 билет әҙерләгән. Һәм улар төрлө бәйгеләрҙә еңеүселәргә тапшырыласаҡ.

Һәм тап белем көнөндә сарала ҡатнашыусылларға тимер юлында бушлай рейс тәҡдим ителә. Теләгән һәр бала ата-әсәһе менән бергә поезда йөрөй аласаҡ.