Луганскиҙағы Петровск ҡалаһында бөгөн капиталь ремонттан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се һанлы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле яҡташыбыҙ исемендәге белем усағын төҙөкләндереүҙе Башҡортостан үҙ өҫтөнә алғайны. Республиканан бер нисә ылау менән төҙөлөш материалдары ебәрелде. Беҙҙең төҙөүселәр үткән быуаттың 30-сы йылдарынан алып бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән мәктәпте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулыһынса тиерлек яңыртты. Мәктәптең ҡыйығын яңыға алмаштырылған, хатта футбол стадионы, спортзал, ашхана танымаҫлыҡ үҙгәргән. Луганск Халыҡ республикаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән мәктәптә ремонт Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән башҡарылды.
Луганск халыҡ республикаһында Шайморатов исемендәге мәктәп капиталь ремонттан һуң асылды
Луганск халыҡ республикаһында Шайморатов исемендәге мәктәп капиталь ремонттан һуң асылды.