Беренсе сентябргә уҡыу йорттары айырым әҙерләнгән. Әммә уҡыу йылын бергә тамамларға йыйына.
Үткән быуаттың илле туғыҙынсы йылында файҙаланыуға тапшырылған был дөйөм ятаҡ тәүге тапҡыр капиталь ремонтҡа ябылған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттары быйылғы уҡыу йылын өйҙәш дәрәжәһендә башлай. Оҙаҡҡа түгел.
Уҡыуын дүртенсе курста дауам итәсәк Илүзә Ғиләжетдинова БДУ-ның Гоголь урамында урынлашҡан биш ҡатлы яңы дөйөм ятағына урынлашҡан. Шарттар менән ифрат ҡәнәғәт.
Заман талаптарына тап килтереп ҡоролған дөйөм ятаҡта фатир хаҡы башҡаларҙан ҡиммәтерәк. Шул уҡ кимәлдә уңайлыҡтар ҙа киң. Бында бүлмә һайын санитар бүлек, бер нисә хужаға уртаҡ уңайлы аш бүлмәһе, кер йыуыу автомат-машиналары, ял залы, күнегеүҙәр урыны бар.
Ҡунаҡхана өлгөһөндәге дөйөм ятаҡта физик мөмкинлеге сикле студенттар өсөн дүрт бүлмә, йәғни егерме урын бар. Улар өҫтәмә уңайлыктар менән йыһазландырылған. Был бүлмәләрҙең ишектәре киңерәк, ярҙамға ошондай тотонғостар ҡуйылған.
Дөйөм ятаҡтарға тәү сиратта мохтаж ғаиләләрҙән килгән студенттар, бюджет бүлектәренә уҡырға ингәндәр урынлаштырыла, тигән ҡағиҙә өҫтөнләк итһә лә, уҡыу йорто һәр студентты торлаҡ менән тәьмин итергә тырыша.
Өфө дәүләт авиация техник университетының күп функциялы студент офисында ла дөйөм ятаҡтарға йүнәлтмә тапшырыу тамамлана. Буласаҡ студенттар ғына түгел, ата-әсә лә борсолоуҙарға сик ҡуйылырын көтә.
Хәйруллиндарҙың улы Илнур университеттың ҙур ихтыяж файҙаланған факультеттарының береһе — ғәмәли информатика бүлегенә уҡырға ингән. Абитуриенттар араһында быйыл иң күбе IT-даирәһендә белем алырға теләк белдергән. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса иң юғары балл — 279 балл күрһәткән абитуриент — программа инженерияһы бүлегенә алынған, иң юғары конкурс иһә – бер урынға 29 кеше – ғәмәли математика һәм информатика йүнәлешендә теркәлгән.
Ҡабул итеү кампанияһы барышында Өфө авиация-техник университеты Башҡортостандың иң популяр юғары уҡыу йорто, тип танылған. Уның студенты булырға 7 меңдән ашыу абитуриент теләк белдергән. Әлегә ситтән тороп уҡыу бүлегенә ғаризалар ҡабул ителә. БДУ-ның да түләп уҡыу бүлектәренә студенттарҙы теркәү бара. Классик университетта быйыл иң күп ғариза лингвистика бүлегенә алынған. Бер урынға 90 кеше дәғүә иткән. Сәйәсәтте өйрәнеү, тәржемә бүлектәре лә ихтыяж файҙалана.
Төбәктәге ике мәртәбәле уҡыу йортоноң берләшеүе менән студент та, уҡытыусылар ҙа һаны үҙгәрмәй. Өфө фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙә иң ҙур биш юғары уҡыу йорто исемлегенә инәсәк. Студенттар һаны уртаса 40 мең тирәһе булыр, тип көтөлә.