Быйыл Өфөлә 54 ихатаны берләштергән 15 биләмә төҙөкләндерелә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә эштәр сентябрь аҙағында тамамланырға тейеш.
Өфөнөң Пушкин урамындағы ихаталарҙың береһендә төҙөкләндереү эштәренең тамамланып, уны тантаналы асыу сараһы үтте. Биләмәлә асфальт түшәлгән, бордюрҙар ҡуйылған, автомобилдәр өсөн урындар йыһазландырылған. Ә заман талаптарына яуап биргән балалар һәм спорт майҙандарында шат тауышы өҙөлмәй.
Программа Башҡортостанда урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Конкурс талаптарына ярашлы, аҡсаның 94 проценты — республика, 5 проценты муниципаль берәмек бюджетынан бүленһә, 1 процентын халыҡ үҙе йыя.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡорт ихаталары" программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән һәм ихата биләмәләрендә уңайлы мөхит, граждандар өсөн уңайлы йәшәү шарттарын булдырыуға йүнәлтелгән.
6 йылға иҫәпләнгән программа сиктәрендә төбәктә барлығы 3000 самаһы йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереү планлаштырылған.