Башҡортостанда баҡса культураларын һатыу әүҙемләшә

Тулыраҡ: Башҡортостанда баҡса культураларын һатыу әүҙемләшә

Халыҡ уны йәйге эҫелә күпләп ала. Витаминдарға бай, татлы еләкте нисек дөрөҫ һайларға, ҡулланырға һәм һаулығыңа зыян килтермәҫкә. Кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп бер нисә нөктәнән ҡарбуз һатып алырға һәм уларҙың сифатын тикшерергә булдыҡ. Тәүгеһен ҡала урамынан алдыҡ. Һатыусы иң татлыһын һайлап бирҙе әммә еләктең сифатын раҫлаған документтары булмай сыҡты.Икенсе ҡарбуҙ башҡаланың ҙур магазиндар селтәренән. Бында иһә һатыусылар баҡса емешенең ҡайҙан икәнен телдән дә документтар менән дә аңлата алманы.Трассала ла ҡарбузды күпләп һаталар. Ҡулланыусы хоҡуғын яҡлаусылар юл буйынан баҡса культураларын алыуҙы тыйһа ла тикшереп ҡарау өсөн уларҙы ла урап үтмәнек. Рәсми ҡағыҙҙарға килгәндә шул уҡ хәл, һатыусы сертификатты үҙем менән йөрөтмәй икән.Һатыу итеү ҡағиҙәләре буйынса ҡулланыусы ниндәй рәсми ҡағыҙҙар һорай ала һуң. Һатып алынған емештәрҙе тикшереү үҙәгенә алып килдек. Һәр береһенә номер ҡуйып, эш барышын күҙәтәбеҙ.Беҙ килтергән өлгөләрҙе нитраттарға һәм ауыр метал тоҙҙарына тикшереп, тәүгеһенең һөҙөмтәләре бер нисә сәғәттән үк әҙер булды. Нитраттарҙың күләме нормаларға тап килә, ә ҡарбузда метал тоҙҙары бармы юҡмы икәнлеге өс көндән генә билдәле буласаҡ. Химик мәтдәләр менән зарарланмаған ҡарбуз ашайым тиһәң уны баҡсала ла үҫтерергә мөмкин. Әммә беҙҙең яҡтарҙа ҡарбуз-ҡауын өлгөргән миҙгел август-сентябрь айҙарына ғына тура килә.Еләктә химик матдәләрҙең күплеген ябай ғына ысул менән – бер стакан һыуға бер ҡалаҡ ҡарбуҙ һалып тикшереп ҡарарға мөмкин. Һыу ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ томаланһа еләкте ҡурҡмай ашарға ярай.