Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр

Тулыраҡ: Өфө ҡала хакимиәтендә тиҙ йөрөшлө трамвай проектына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләйҙәр

Был тәү сиратта ҡала иҡтисадының яҡшыра барыуына бәйле. Ҡала мэры Ирек Ялалов тейешле органдарға документтар әҙерләргә ҡушты.Быға тиклем Өфөлә Дәүләт циркы-Блюхер урамы-Трамвай урамы маршруты буйынса тиҙ йөрөшлө транспорт проекты эшләнгәйне. Төҙөлөш 2013 йылда башланырға тейеш ине. Трамвай тиҙлеге сәғәтенә 30 километр, трассаның 4 саҡырымы ер өҫтөнән, километрҙан ашыуы эстакаданан үтергә тейеш ине. Әммә был проектҡа ҡала халҡы ҡаршы сыҡты. Шуға ла ул ҡағыҙҙа ғына ҡалды.