Иң яҡшы кардиолог Өфөлә эшләй

"Йылдың иң яҡшы табибы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре араһында Республика кардиология үҙәге кардиологы беренсе урынды яуланы

Республика кардиология үҙәге табиптары Архангель районында сирлеләрҙе ҡабул иткән ваҡытта кардиолог Ольга Александровнаға Николай Арташов килә. 64 йёшлек ир тыны ҡыҫылыуы, хәле бөтөп, күкрәге янып барыуына зарлана.

Кардиолог шунда уҡ ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртып сирлене Өфөгә кардиология үҙәгенә оҙата. Операциянан һуң пациент үҙәктең 3-сө бүлегендә реабилитация үтә. Тәжрибәле табип ҡулына эләгеүе арҡаһында ғына ул хәҙер тормошона һөйөнөп йәшәүен дауам итә.

Республика кардиология үҙәгенең 3-сө бүлек мөдире Ольга Александровна быйыл Рәсәйҙең “Иң яҡшы кардиолог”ы исеменә лайыҡ булды.

Ольга Александровна 1998 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында дауалау эше һөнәрен алып сыға һәм кардиология үҙәгендә интернатура үтә. Табип 25 йылға яҡын был үҙәктә эшләй. Ул әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең ихтирамын ҡаҙанған бүлек мөдирҙәренең береһе.

Үҙәктең 3-сө кардиобүлегендә реабилитация үтеү өсөн 70 урын бүленгән. Тағы ла 10 урын йөрәк яман шеше менән сирләүселәр өсөн. Һәр палатаға айырым дауалаусы табип беркетелһә лә, Ольга Александровна һәр пациент менән шахсын таныш һәм уларҙың сир тарихын яттан белә. Табип булыу тураһында бала саҡтан хыялландым , ти ул һәм эшенә иҫ киткес яуаплы ҡарауын белдерә.

Ольга Александровна — юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ул төбәктең юғары квалификациялы алдынғы табиптары рәтендә. Үҙенең тағы ла ике курсташының "Йылдың иң яҡшы табибы" Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауы менән ғорурлана. Ғөмүмән, быйыл Башҡортостан был конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғылар рәтендә. Еңеүгә дәғеүә белдергән табиптарҙың бише төрлө номинацияларҙа беренселекте яулаһа, етеһе икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алған.