Өфөлә Украиналағы операцияла һәләк булғандарҙың туғандарына дәүләт наградаларын тапшырҙылар

Ил президенты указы менән өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

Офицер Игорь Нәсибуллин 29 мартта Изюм ҡалаһы эргәһендә барған яуҙа ауыр йәрәхәт алған һалдаттарҙың эвакуацияһын үҙ машинаһы менән ышыҡлай. Яралыларҙы ҡотҡарыуға өлгәшелә. Икенсе танк батальонының рота командиры Нәсибуллин контузия ала, әммә яуҙа етекселекте дауам итә. Ҡаршы яҡ атакаһы һөҙөмтәһендә танкка ут ҡаба. Офицер иптәшен янған машина эсенән сығарғанда миномет ярсығынан яраланып һәләк була. Игорь Нәсибулин 1995 йылда Курск өлкәһендә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәптә Башҡортостандың Яңауыл районында уҡыған, артабан Кемерово радиоэлектроника кадет корпусын, һуңынан Ҡазанда танк юғары команда училищен тамамлаған. 2017 йылдан 3-сө мотоуҡсы дивизияһының танк полкында өлкән лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт иткән. Рәсәй Геройы йондоҙон офицерҙәң ата-әсәһенә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

(за кадром) Рәсәй президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ өлкән лейтенант Вадим Гавриков, өлкән сержант Марат Мостафин, ефрейтор Данил Фаттахов, старшина Тимур Хәйруллиндың наградалары туғандары һәм яҡындарына тапшырылды.