Диктант Икенсе Бөтә донъя һуғышы ваҡиғаларына арналды. Диктанттың һөҙөмтәләре менән ҡайҙа танышырға мөмкин?
Өфөнөң 88-се мәктәбе уҡыусылары йыл да үткәрелгән "Еңеү диктанты" акцияһына дәррәү ҡушылды. Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә урында уҡ теркәү үтә. Алтынсы класс уҡыусыһы Кирилл Вышутин был акцияла икенсегә ҡатнаша. Былтырғы эш һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булманым, шуға ла быйылғы акцияға ныҡлап әҙерләндем, ти егет.
"Еңеү диктанты" Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл республикала бөтәһе 238 майҙансыҡ әҙерләнде. Ҡатнашыусылар белем биреү учреждениелары, китапхана, республика хәрби комиссиариаты, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында һәм башҡа урындарҙа үҙ белемен тикшерап ҡарай алды.
Матур йолаға әүерелгән сара төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө йәштәгеләрҙе берләштерҙе. Улар тарихи ваҡиға, данлыҡлы даталар, шәхестәрҙең биографияһына ҡағылышлы 25 һорауға яуап бирҙе.
"Еңеү диктанты"н яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бүленде. Акцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе сертификат тапшырылды. “Еңеү диктанты” тарихи ваҡиғаларҙы, даталарҙы хәтергә төшөрөү, белемде арттырыу маҡсатында үткәрелә. Йыл һайын ҡатнашыусылар һанының күбәйеүе сараның маҡсатына ирешеүен иҫбатлай.
"Еңеү диктанты"н яҙып күп бал йыйыусыларға юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыу бушлай һәм ирекле. Эштең һөҙөмтәләре менән Диктант Победы.рф сайтында танышырға мөмкин.