Был алым ашлыҡтың баҫыуҙан алып ҡулланыусыға тиклем үткән юлын да күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Тулыраҡ киләһе сюжетта.
Килгән продукцияны ҡабул итеү, үлсәү, таҙартыу, киптереү. Элеваторҙа иген бер-нисә этап үтә. Иң мөһим һәм яуаплы өлөшө - лаборатор тикшереү. Тауарҙың сифат билдәһе булһын өсөн. 1 сентябрҙән игенгә ҡағылышлы бөтә мәғлүмәтте аграрийҙар Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәргә тейеш.
Элеваторҙа игендең сифатын баһалау үҙәге белгесе махсус ҡорамал ярҙамында теге йәки был культураның өлгөһөн ала. Был юлы етди тикшереүҙе арыш үтәсәк. Унан тыш, республикала мониторингта быйыл ҡарабойҙай, соя, кукуруз һәм дөгө ҡатнашасаҡ.
Иген сифатын баһалау үҙәгендә пробалар бер нисә күрһәткес буйынса лаборатор тикшереү үтә. Өлгөнөң класы, төҫө, еҫе, дымлылығы., ҡый үләне һәм иген ҡатнашмаларының булыуы ҡарала. Шулай уҡ ауырыу һәм ҡоротҡостарҙың барлығына ла тикшерелә.
һөҙөмтәлә, был игендең ниндәй майҙанда үҫкәненән алып, күпме уңыш биргәненә тиклем бөтә мәғлүмәт орлоҡтарҙы контролдә тотоу Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәләсәк.
Махсус системала теркәлмәгән игенде һатып та, һатып алып та булмаясаҡ. Бындай яңылыҡ эске баҙарҙы асыҡ итер, тип фаразлана. Был иһә, үҙ сиратында, тауар сифатына ла йоғонто яһар тип көтөлә.
Рәсми рәүештә Рәсәйҙә Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы 1 сентябрҙән эш башлаясаҡ. Башҡортостанда иһә был программа июлдән алып эшләй.