Өфө янындағы Миловка паркында йәшәүселәр һыу сифатына зарлана

Башҡаланың күп ҡатлы йорттарының береһендә йәшәүселәр крандан аҡҡан бысраҡ, ҡара һыуға зарлана

Халыҡ бындай һыуҙы эсеү түгел, техник йүнәлештә ҡулланыу ҙа хәүефле, тип һанай. Торлаҡта йәшәүселәр мәсьәләләне тәүге тапҡыр ғына күтәрмәй. Беҙҙең хәбәрселәр теманы асыҡларға тырышты.

Фильтрға ҡарауы ла ҡурҡыныс, ти Станислав Полушин, бер нисә көн элек кенә алыштырған ҡорамалды ҡулына алып. Был мәсъәлә менән "Молодежный" торлаҡ комплексында йәшәүселәр тәүге йыл ғына көрәшмәй икән. Станислав һөйләүенсә, фильтрҙы аҙнаһына бер тапҡыр алмаштырырға тура килә. Күп осраҡта ул бер-ике көн эсендә эшлектән сыға.

Йыш ҡына крандан килгән бысраҡ һыу арҡаһында көнкүреш техникаһы боҙола. Ике йыл элек кенә алынған кер йыуыу машинаһын бер нисә тапҡыр йүнәтергә тура килде, ти Станислав.

Йәйге осорҙа һыуҙы йыш һүндерәләр. Уны ҡабаттан биргән ваҡытта хәл тағы ла киҫкенләшә. Әйткәндәй, һыу оҙлөкһөҙ килгән осраҡта ла ул таҙалығы менән ҡыуандырмай.

Бысраҡ һыу мәсьәләһенә "Молодежный" һәм "Миловский парк" торлаҡ комплексында йәшәүсе 30-ға яҡын күп ҡатлы йортта йәшәүсе халыҡ дусар булған. Башлыса бында бәләкәй балалары менән йәш ғаиләләр йәшәй. Ата-әсәләр сабыйҙарының сәләмәтлеге өсөн борсола. Сөнки балалар баҡсаһына ла, мәктәпкә лә ошо уҡ ҡулланыуға яраҡһыҙ һыу килә.

Фатир хужалары әйтеүенсә, яңы йорттарға күскәне бирле көнкүреш техникаһын йүнәтеүгә, эсәр һыуға, коммуналь хеҙмәттәргә киткән сығымдар бер нисә тапҡырға артҡан.

Йорттарҙы техник һыу менән тәьмин итеүсе “Миловский парк” компаниялар селтәренән билдәләүҙәренсә, Һыуҙа марганецтың күп булыуы уның ҡарайыуына килтерә. Мәсъәләне улар хәл итергә тырыша. Бының өсөн ай элек таҙартҡыс ҡорамалдар яңыртылған. Ә һыуҙың һаман ҡарайыуы, резервуарҙар һәм торбаларҙың әлегә таҙарып бөтмәүенән, тип аңлатма бирҙеләр компанияла.