Хеҙмәттәшебеҙ Ләйсән Тимербулатова унан беренсе урын алып ҡайтты.
Фестивалгә Борай районы Йомаҡай ауылы кәсепселәре – әсәле-ҡыҙлы Рәфизә Баһманова һәм Альбина Нафиҡова тураһында тапшырыу ебәрелгәйне. 26 минут эсендә телевизор ҡараусылар үҫеп ултырған етендең туҡымаға тиклем үткән юлын күҙәтә. Тапшырыу геройҙары етенде йыйыу, тылҡыу, иләү һәм туҡыу үҙенсәлектәре менән бүлешә. Программаны операторҙар Вадим Зараев һәм Урал Шәрипов төшөрҙө, режиссеры – Лидия Мусина, тауыш режиссеры – Салауат Фәтхетдинов. Фестивалдә 220-гә яҡын эш ҡатнашҡан. Хеҙмәттәшебеҙ Ләйсән Тимербулатова Ярославия дәүләт телерадиокомпанияһының "Рәсәй иртәһе. Ярославль" тапшырыуында ҡатнашып, конкурс эшенең геройҙары тураһында һөйләне, фестивалдән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Хеҙмәттәштәребеҙҙе еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйбеҙ!