Тимерҙән сәскәләр, машина, төрлө роботтар

Ҡариҙел районы Байҡы ауылының ғибәҙәтхана етәксеһе мәктәп уҡыусылары менән тимерҙән төрлө скульптуралар эшләй.

Оҫталарҙың коллекцияһында әле 100-ҙән ашыу ҡул эштәре иҫәпләнә. Киләсәктә улар күргәҙмә ойоштороп музей асырға ла ниәтләй. Боронғо үтектәр, машиналарҙың запас частары, ит үткәргестәр. Ғәҙәти булмаған скульптуралар өсөн улар иң яҡшы материалдар, ти тимерселәр. Байҡы ауылы ғибәҙәтханаһында урынлашҡан оҫтаханала тимер сыңы өҙөлмәй. Мәктәп уҡыусылары өсөнсө йыл рәттән йәйҙәрен бында оҫталыҡтарын камиллаштыра.

Сәскә, трактор, машина, төрлө роботтар һәм башҡа скульптуралар. Егеттәр һәр эште етди башҡара. Әле уларҙың коллекцияһында йөҙҙән ашыу төрлө ҡул эштәре бар. Ҡорам башлығы Егор Куликов һүҙҙәренсә, был эш тәү сиратта үҫмерҙәрҙе төҙөлөш инструменттары менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтә.

Ғәҙәттә, бер һынды эшләңгә ике-өс көн ваҡыт талап ителә. Һәр скульптура ике экземплярҙа башҡарыла. Береһе оҫтаханала ҡалһа, икенсеһен иһә егеттәр үҙҙәренә ҡалдыра.

Үҫмерҙәрҙе үҙенсәлекле сәнғәткә ылыҡтырыу һәм уларға тимер эше нескәлектәрен өйрәтеүҙе ауыл халҡы ла хуплай. Киләсәктә улар Байҡы ауылында ҙур күргәҙмә ойоштороп музей асырға ниәтләй.