Башҡортостан юлдарын квадрокоптерҙар күҙәтеп, тығындар мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итәсәк

Радий Хәбиров хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә тейешле хеҙмәттәргә юлдарҙы күҙәтеү өсөн квадрокоптерҙар һатып алырға ҡушты

Бигерәк тә аҙна башында Өфөгә ингән урында, йома сығыр юлдарҙа хәлде осоу аппараты ярҙамында күҙәтеп ашығыс саралар күреү тығындарҙы кәметер, тигән фекерҙә Республика башлығы. Радий Хәбиров хөкүмәт оператив кәңәшмәһендә тейешле хеҙмәттәргә юлдарҙы күҙәтеү өсөн квадрокоптерҙар һатып алырға ҡушты.

1 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙаны янында Белем көнөнә арналған ҙур байрам уҙғарылды. Ул беренсе курс студенттары өсөн ойошторолдо һәм йолаға әйләнеп йыл һайын үтәсәк. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, абитуренттарҙың Мәскәү һәм Рәсәй ҡалалары юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе яҡшы күренеш. Әммә, юғары квалификациялы белгестәр республикаға ҡайтырға тейеш.

Луганскиҙағы Петровск ҡалаһында капиталь ремонттан һуң Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се мәктәп үҙ ишектәрен асты. Билдәле яҡташыбыҙ исемендәге белем усағын төҙөкләндереүҙе Башҡортостан үҙ өҫтөнә алғайны. Беҙҙең төҙөүселәр үткән быуаттың 30-сы йылдарынан алып бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән мәктәпте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулыһынса тиерлек яңыртты. Республика Донбасҡа артабан да ярҙам итеүҙе дауам итәсәк.

2021 йыл һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан автомобилдәр өсөн газ яғыулығын үҫтереү кимәле буйынса Рәсәйҙә иң яҡшы өс төбәк исемлегенә ингән. Бер йыл эсендә республика 7 баҫҡысҡа күтәрелгән. Шулай ҙа башҡараһы эштәр бар әле.

Оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәл тикшерелде. Һуңғы 7 көн эсендә Башҡортостанда ковид-19 менән сирләүселәр 32 процентҡа артҡан. Вирусты берҙән-бер генә ысул менән еңеп була – вакцина ҡаҙатыу. Әлегә республикала 2 миллион 955 мең кеше тулыһынса вакцинация үткән. Халыҡтың 58 проценты коронавирусҡа ҡаршы ҡабаттан прививка яһатҡан.

Радий Хәбиров Башҡортостанға эшкә ҡайтыу менән ҡалаларҙағы саң, йәшелләндереү, урамдарҙы тәртиптә тотоу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә башланы. Был эш ҡайһы бер ҡалаларҙа яҡшы ойошторолған, мәҫәлән, Яңауылда. Башҡалар ҙа ошондай күрһәткестәргә ынтылырға тейеш, тип иҫәпләй төбәк етәксеһе.

Элекке "А-Кафе" урынында эшҡыуар торлаҡ төҙөргә йыйына. Был мәсьәлә йәмғиәттә ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Ваҡытында Өфө чиновниктары торлаҡ төҙөлөшөнә рөхсәт биргән. Кәңәшмәлә Радий Хәбиров проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты.

Республика аграрийҙары 4 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алған. Майҙандарҙың тағы ла 20 процент самаһында эштәрҙе теүәлләйһе бар. Һөҙөмтәләр быйыл яҡшы, тәбиғәт тә уңайлы шарттар булдыра – уртаса гектар ҡеүәте 29 центнер. Бындай күрһәткестәр Башҡортостан башлығын ҡыуандырмай ҡалманы, әммә ауыл эшсәндәре алдында тағы ла юғарыраҡ бурыстар тора.

көн тәртибенә сығарылған тағы бер мәсьәлә – алданған өлөшсөләр. Бер-нисә йыл элек Башҡортостанда 10 мең самаһы ошондай граждан иҫәпләнде. Республика һәм федераль властар ярҙамы менән уларҙың күбеһенең хоҡуҡтары тергеҙелгән – йорттар төҙөлгән йә компенсация түләнгән. Әле төбәктә 3 мең 600 алданған өлөшсө ҡала. Радий Хәбиров 2023 йылға барыһы ла торлаҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тине.

Оператив кәңәшмәлә юлдарҙағы хәл, янғындар, йылға-күл буйҙарындағы фәжиғәләр, сауҙа өлкәһендәге проблемалар тикшерелде. Һәр ведомство башлығы доклад менән сығыш яһағандан һуң, уларға аныҡ бурыс-маҡсаттар билдәләнде.