Санкциялар беҙҙең файҙаға

Сәнәғәт үҙәгенә эш сәфәре менән Радий Хәбиров барҙы

"Төбәк фондының" "Промцентр" индустриаль паркы резиденттары иҡтисади сикләүҙәргә бәйле яңы шарттарға яраҡлашырға түгел, ә эшмәкәрлеген көтөлмәгән ынтылыш менән көсәйтергә мәжбүр. Баҙарҙа улар етештергән тауарға мохтажлыҡ артыу сәбәпле. Сәнәғәт үҙәгенә эш сәфәре менән Радий Хәбиров барҙы.

"МВС Мехатроника" нефтехимия һәм химия предприятиелары өсөн шыйыҡсаны самалап тултырыу приборҙары етештерә. 2014 йылдан уҡ импорт алмаштырыу йүнәлешен алған предприятие бөгөн бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып етештереү ҡеүәттәрен арттырырға әҙер. Инженер-конструкторҙар санкцияларҙы үҙ файҙаһына ауҙарған.

Сит ил етештереүселәре бушатҡан уйымды "Юрал Минералс" йәмғиәте лә ныҡлы биләп алған. Эре үлсәмле һығылма-техник әйберҙәр сығарған предприятиеның бөгөнгә заказдар һаны менән етештереү күләме өсләтә артҡан.

Футеровка, йәғни, ҡоролмаларҙы ватылыуҙан, ут, физик һәм химик йоғонтонан һаҡлау саралары тау тоҡомдары һәм руда эшкәртеү тармағы өсөн етештерелә. Өфө футеровкаһы Рәсәй һәм сит илдең илленән ашыу предприятиеһына оҙатыла. Бында барыһы 250 төрлө серия моделдәре яһала. Предприятиеның үҙ сифат лабораторияһы, эшсе белгестәр әҙерләү программаһы бар.

"Юрал Минералс" әлеге ваҡытта тауар төрөн арттырыу маҡсатына йүнәлтелгән проектты бойомға ашыра, 2024 йылға экспорт һәм импорт алмаштырыу йәһәтенән яңы етештереү линияһы, тағы 60 хеҙмәт урыны булдырыу маҡсаты ҡуйылған. Индустриаль парк биләмәһендәге йәнә бер уңышлы предприятие – «Вэй пак» — ҡатырға ҡаптар баҫтыра. Башҡортостанда төрөү материалдарының тулы циклы тик бында атҡарыла. Ҡулланыусылар бөгөн пластикты экологик сеймалға алмаштырыу яҡлы.

Йәмәғәт туҡланыуы өсөн бер тапҡыр ҡулланмалы һауыттарҙан алып эре предприятелар етештергән ыуалыусан тауар ҡаптарына ҡатырғаны предприятие элек Финляндиянан алһа, яңы шарттарҙа сеймал мәсьәләһен Төркиә тауар етештереүселәре менән хәл иткән.

Өфөлә етештергән ҡатырға ҡаптар һәм стакандарҙы Башкортостан йүнселдәре генә ҡулланмай, был тоҙ ҡабы, мәҫәлән Ҡаҙағстан етештереүселәренә оҙатыла, артабан тоҙ тултырылғас ул сит илдәрҙә лә һатыла. Был кәштәләге өлгөләр «Вэй пак» сығарған тауарҙарҙың ундан бер өлөшө генә.

Майҙаны бары өс мең квадрат метрҙа урынлашҡан предприятие бөгөн етештереү ҡеүәтттәрен киңәйтергә йыйына. Әлегә ҡоролмаларға 100-гә яҡын кеше идара итһә, киләсәктә хеҙмәт урындарын арттырыу көтөлә. Тик үҙенсәлекле эшмәкәрлек өсөн кадрҙар етешмәй.

Компания муниципалитет етәкселәре менән тығыҙ бәйләнеш тота, ҡала күләмендә ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнаша. Әлеге ваҡытта кадрҙар йәлеп итеү маҡсатында Өфө һөнәри колледжы менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. "ПромЦентр" паркы резиденттары эшмәкәрлегенә баһа биреп, республика башлығы индустриаль биләмә майҙандарын киңәйтеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров фекеренсә тап техно- һәм индустриаль парктар сәнәғәт һәм кесе эшҡыуарлыҡтың йылдам үҫешенә булышлыҡ итә. Әле "Промцентр"ҙа 76 меңдән ашыу квадрат метрҙа 13 предприятие һәм туҡһанға яҡын ойошма, компания эшләй. Быйыл 10 мең ярым квадрат метрлыҡ яңы етештереү корпусы ҡорола. Уны декабрь айында файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.