Андрей Назаров етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡушты

Унда төбәктең торлаҡ һәм архитектура министрлығы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай, Хөкүмәт аппараты һәм муниципалитеттар вәкилдәре инәсәк

Республикала 2025 йылға тиклем 18 йәштән өлкән етем-балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә барлыҡҡа килгән бурысты бөтөрөү программаһы ҡабул ителгән.

Уның сиктәрендә быйыл финанслау күләме 61 процентҡа артып, 1 миллиард ярым һумдан ашҡан. Сумманың 269 миллионы һумы – федераль аҡса.

Етем балаларға бүленгән финанс сығанаҡтар буйынса, Башҡортостан — Волга буйы федераль округында икенсе урында. Йыл башынан ғына 425 кеше фатирлы булған.