Үҙең үҫтергән емеш татлыраҡ була

Кушнаренко районы Әхмәт дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары уҡыу йорто ашханаһын йыл әйләнәһенә етерләк йәшелсә-емеш менән тәмьин итә

Уҡыусыларҙың төшкө ашына кишер-кәбеҫтә салаты әҙер. Үҙең үҫтергән тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та, тип шаярта мәктәп ашханаһында 30 йылға яҡын балаларҙы йылы аш менән тәмьин итеүсе Гөлсинә ханым.

Агро йүнәлештәге махсуслаштырылған класта белем алыусы егет-ҡыҙҙар икенсе йыл рәттән мәктәп ашханаһын йыл буйына етәрлек йәшелсә-емеш менән тәьмин итә. Етенсе класта уҡыусы Эльвина Кашапова киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булыуын аныҡ ҡына әйтә алмаһа ла, бында алған белемдәр мотлаҡ кәрәк буласаҡ, ти.

Мәктәптә асылған бындай кластар балаларға хеҙмәт яратып үҫергә, башҡарған эштәренең һөҙөмтәһен күрә белергә ярҙам итә, ти уҡытыусылар.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла башлаған проекттың маҡсаты бер – аграр һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу һәм балаларға һөнәри йүнәлеш биреү. Аграр кластарҙың төрлө йүнәлештәре була: ландшафт дизайны, био һәм теплица технологиялары, үҫемлеселек һәм башҡалар.

Агрокласс уҡыусылары емеш-еләкте үҙҙәре үҫереп, йыйып ҡына ҡалмай, ә уларҙан ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡайнатма, салаттар ҙа яһай. Башҡортостанда 32 агрокласс үҙ ишектәрен асҡан, уларҙа 600-ҙән ашыу бала белем ала. Өс йыл элек Башҡорт дәүләт аграр университеты ойошторған проект әле төбәктең бар уҡыусыларын берләштерә.

Уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә республиканың алдынғы агросәнәғәт предприятиеларына экскурсиялар ойошторола, балаларға ғилми учреждениеларҙың тәжрибә майҙансыҡтарында билдәле ғалимдар менән осрашыу мөмкинлеге лә буласаҡ.