Донбасста ополчениела хеҙмәт итеп яраланған ирекмәнде Башҡортостан табитары дауалай

Артур ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө бәрелештәрҙә ҡатнашып өлгөрә

Яңы тормош. Өфөлә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге белгестәре билдәле профессор Эрнст Мулдашев әҙерләгән “Аллоплант” технологияһы ярҙамында бөтөнләй күреү һәләтен юғалтҡан пациентҡа үҙенсәлекле операция эшләгән. Киләсәктә табиптар уның күреү һәләтен тағы ла 10%-ҡа тиклем яҡшыртырға ниәтләй.

Ҡатынының ҡулындағы бармаҡтарын һанау, төҫтәр айырыу һәләте көдән-көн яҡшыра. 7 йыл элек Артур бөтөнләй күреү һәләтен юғалтҡан була. 2014 йылға тиклем ул шахтер булып эшләй. Одесса ҡалаһында теркәлгән ҡурҡыныс хәлдәрҙән һуң үҙ теләге менән ополчение отрядына ҡушыла.

Артур ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө бәрелештәрҙә ҡатнашып өлгөрә. 14 йылдың ҡышында ул дошман солғанышына эләгеп башын яралай. Дошман пуляһы күҙ тапҡырынан сикәнең бер яғынан инеп икенсеһенән үтә килеп сыға. Ғәҙәттә бындай яранан һуң кеше шунда уҡ үлә. Күптәре Артурҙы ысынлапта үлгән тип һанайҙар. Кәүҙәһен моргка оҙаталар. Бәхеткә уны атаһы ҡотҡарып ҡала.

Артабан ул бер-нисә йыл дауамында Рәсәйҙең һәм Донбасстың дауаханаларында һәм реабилитация үҙәктәрендә дауаланыу курстарын үтә. Уның яңынан аяҡҡа баҫыуы һәм һөйләшә башлауы оло мөғжизә, ти табиптар. Тик күреү һәләтен ҡайтарыуға бөтөнләй өмөттәре булмай.

Артур хәҙер үҙ аңында, аяғында ныҡлы баҫып йөрөй. Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге белгестәре хәҙер уның күреү һәләтен тергеҙеү өҫтөндә эшләй. Әле ул ни бары 2%. Ул да билдәле яҡташыбыҙ Эрнст Мулдашев уйлап сығарған үҙенсәлекле операция ярҙамында атҡарылған. Пациенттың күҙенә “Аллоплант” тип аталған биологик материал индерелә. Һөҙөмтәлә ул организымды үҙ-үҙен тергеҙеүгә этәрә.

Артур өсөн иң ауыр операциялар артта ҡалды. Хәҙер ул ярты йыл һайын Өфөгә реабилитация курстарын үтергә килә. Бында уға Донбасстың ирекмәндәр берлеге ярҙам итә.

Киләсәктә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге белегстәре Артурҙың күреү һәләтен тағы ла 10%-ҡа тиклем яҡшыртырға ниәтләй. Тик бының өсөн бер-нисә йыл ваҡыт талап ителәсәк тип билдәләй табиптар.