Һаҡ булығыҙ, "сысҡан биҙгәге"!

Республика йәнә эпидемиологик миҙгелгә инә

Геморрагик биҙгәк менән сирләүселәр һаны буйынса беҙҙең төбәк Рәсәйҙә "тәүгеләр" рәтендә. Быйыл "сысҡан ауырыуын" эләктереүселәр һаны 8,5 тапҡырға артҡан.

Әлеге мәлдә республиканың йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһында 80-ләгән кеше геморрагик биҙгәктән дауалана. Шулар араһында Радмир Мөхәмәтйәров иң ауыр хәлдә килгән пациенттарҙың береһе. Уға бер-нисә көн реанимация бүлегендә ятырға тура килә.

Ауғырыу күп осраҡта ябай вирус кеүек башлана. Тән ҡыҙа, хәл бөтә, тән-мускулдар ауырта.Әммә ул бик тиҙ аяҡтан йыға. Сирлеләр йыш ҡына ҡайҙан биҙгәк эләктергәнен белмәй ҙә ҡала. Шуға ла табиптар эпидемиологик миҙгелдә һаҡ булырға саҡыра.

Әлегә был йоғошло сирҙән вакцина юҡ.Әгәр ҙә сысҡан ауырыуын эләктерҙегеҙ икән үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәҫкә кәңәш итә табиптар. Сөнки ваҡытында дөрөҫ ярҙам күрһәтелмәгән осраҡта үлемгә килтерә. Был хаҡта дауаханала ятҡан пациенттар ҙа яҡшы белә.

Быйыл Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артҡан. 8 ай эсендә республикала 1200 осраҡ теркәлгән. Шуларҙың яртыһы башҡала дауаханаларына мөрәжәғәт иткән.

Сысҡан биҙгәге беҙҙең республикала йыш осраған сир. Геморрагик биҙгәк буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә. Кимереүселәргә ҡуйылған 100 ҡапҡадың 80-нә сысҡан эләккән. Был үҙенсәлекле антирекорд. Әммә йылдан-йыл сысҡандар менән көрәшеү эше әүҙемләшә.

Ҡаралты-ҡураны һүткәндә, баҡса йорттарын таҙартҡанда, бесән әҙерләгәндә, йә иҫке бесәнде аҡтарғанда, балыҡҡа, һунарға сыҡҡанда, еләк-емеш, бәшмәк йыйғанда сысҡан биҙгәген йоҡтороу осраҡтары күп теркәлә. Ә ҡала ситендәге баҡсалар ширҡәтендә ваҡытында алынмаған сүп-сар, йә ярамаған урындарҙа сүплек булдырыу сир таратыусы кимереүселәрҙең артыуына килтерә.