Өфөлә ҡар иретеү пункты төҙөлөшөнә бәйле низағ тыуҙы

Өфөнөң Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә йәшәүселәр экология өсөн борсола

Бындағы халыҡ ҡала уртаһында ҡар иретеү пунктын төҙөүгә ҡаршы сығыш яһай. Улар объект асылыу менән насар еҫ сығып, ерҙе ҡарҙан ҡалған бысраҡ баҫыр тип шикләнә. Туҡтауһыҙ йөк автомобилдәре йөрөй башлауы ла борсой уларҙы. Хафаланыуҙары урынлымы?

Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә йәшәүселәр бер тауыштан ҡаршы. Ҡар иретеү пункты был ерҙә урынлашырға тейеш түгел. Эйе, объект ҡалаға бик кәрәк, тип ризалаша халыҡ, әммә уларҙы пункттың йорттарға яҡын булыуы борсой.

Төҙөлөш урынында күптән инде ағастар бысылған. Күп ҡатлы йорт та күренеп тора. Яҡын да түгел ул, шулай ҙа алыҫ тип тә әйтеп булмай. Проектҡа ярашлы оҙонса дүртмөйөш формаһындағы ҡар иретеү пункты юл ситендә урынлаша. Ҡала хакимиәте белгесе һөйләүенән — йөк машиналары бер яҡтан инһен һәм икенсе яҡтан сығып китһен өсөн пунктты шулай юл ситенә төҙөйҙәр.

Ә был кадрҙар Өфөләге берҙән-бер ҡар иретеү пунктынан. Уны канализацияға бушаталар. Эргә-тирәлә ныҡ ҡырҡыу уҡ булмаһа ла, еҫ сыға. Йәйгеһен эш тә туҡтатыла, еҫтәр ҙә юҡ. Резервуарҙар асыла, таҙартыла һәм киләһе ҡышты көтә. Ә яңы ҡар иретеү пункты янында йәшәүселәргә насар еҫтән ҡурҡыу кәрәкмәй, ти Руслан Яхиббаев.

Төҙөлөш башланмаған, әммә был урында канализация еҫе әле үк бар. Ул күп йылдар элек асылған һурҙырыу станцияһынан, баҡтиһәң. Ҡар иретеү пунктын төҙөү урынын станция яҡын булған ерҙән һайлағандар. Тағы ла гараждар, ремонт һәм склад биналары, заправка һәм ҙур юлдар киҫелеше. Экологтар аптырашта – экологик яҡтан таҙа түгел урында нисек биҫтә барлыҡҡа килде икән?

Ә ҡар иретеү пункты СанПиН ҡағиҙәләрен боҙмай. Бындай объекттарҙы төҙөүгә талаптар ҙа ҡаты түгел – санитар-һаҡлау зонаһынан 100 метрға яҡын төҙөмәҫкә. Ҡала хакимиәте белгестәре, яңы ҡар иретеү пунктының бөтә уңайлыҡтарын Өфө халҡы ишелеп ҡарҙар яуа башлағас, ыңғай баһалар һәм уға ҡарашын үҙгәртер, тигән ышаныста