Баш ҡаланың Зенцов урамында урынлашҡан Тикунов йорто инвестор ярҙамы менән төҙөкләндереләсәк. Ике ҡатлы йорт сауҙагәр Степан Тикунов утарында 1890-сы йылдарҙа төҙөлә. Ул ҡалала барлыҡҡа килгән тәүге кирбес өйҙәрҙең береһе. Архитектура ҡомартҡыһын быға тиклем дә төҙөкләндерергә теләүселәр булды.
Әммә, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы менән кәңәшләшмәйенсә эш башлап, йорттоң элементтарын боҙоу арҡаһында ул туҡтатылды. Тикунов йортоноң яҙмышы хәҙер Хәйҙәр Хөсәйенов һәм уның командаһы ҡулында. Инвестор бер йыл проектты етәкләй һәм төҙөкләндереү эштәрен аҙағынаса еткерергә ниәте бар. Ҡыйығы һәм бер стенаһы ишелеп төшкән бина тыш яҡтан тулыһынса тергеҙелгән. Төҙөүселәр боронғо кирбестәрҙе таҙартып, йышып йорт стеналарын яңынан тиерлек ҡорған, тәҙрәләр ҡуйған, 3ыйығын яңынан япҡан. Архитекторҙар эске яҡтан төҙөү һәм биҙәү проектын да әҙерләгән. 130 йыл элек барлыҡҡа килгән торлаҡта тағы ла бер-ике йылдан йәнә кешеләр йәшәй ала.