Баш ҡала янындағы Князево кисеүендә йөнлө мөгөҙморон, йәғни носорогтың баш һөйәген тапҡандар. Был хайуандар Европа һәм Азия биләмәләрендә бынан 8 мең йыл самаһы элек юҡҡа сыҡҡан. Артефактты Башҡортостандың милли музейына тапшырҙылар. Әйткәндәй, яңыраҡ Өфөлә, Ағиҙел йылғаһында мамонттың аҙау теше менән бизон һөйәктәрен тапҡайнылар.
Өфөлә уникаль ҡомартҡыға юллыҡҡандар
Артефакт Башҡортостандың милли музейына тапшырылды